Республика башлығы указына ярашлы, 10 кандидатура тәҡдим ителде. Улар араһында ғәмәлдәге Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина, “Башинформ” акционерҙар йәмғиәте директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов бар. Быға тиклем Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары 10 кешене тәҡдим итте. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы составында 30 ағза. Ҡанунға ярашлы, республика башлығы һәм депутаттар һайлаған 20 кандидат ҡалған ун кешене билдәләргә тейеш.