Алтынсы “Абилимпикс” оҫталыҡ милли чемпионаты дауам итә

Унда һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр ҡатнаша. Улар “туризм”, “дизайн”, “клининг”, “бәйләү” кеүек номинацияларҙа көс һынаша.  Ошо көндәрҙә Башҡортостандан тәүге еңеүселәр билдәләнде. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы  студенты “робот техникаһы”, Өфө художество-гуманитар колледж студенты “бисерҙан үреү” йүнәлештәрендә бронза миҙалға лайыҡ булды. 

“Абилимпикс” оҫталыҡ милли чемпионаты Рәсәйҙә 2014 йылдан алып үткәрелә.