Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Волга буйы федераль округында бишенсе урында килә. Быйыл өс конкурс үтте. Унда Башҡортостандан 158 проект еңеүсе булды. Йәмәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста 36 район һәм ҡаланан коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнашҡан. иң күп еңеүселәр Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларынан булған.