“Дан һәм батырлыҡ хаҡында...”

Башҡортостан Милли музейында скульптор Сосланбәк Тавасиев ижадына арналған күргәҙмә асылды. Бында “Абрамцево” музей-ҡурсаулығынан скульптура һәм графика экспонаттары, шулай уҡ ғаиләһе тапшырған фотолар һәм документтар күрһәтелгән. БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Сосланбәк Тавасиев Салауат Юлаев һәйкәле авторы булараҡ билдәлелек  яулай. Был эше өсөн ул СССР-ҙың дәүләт премияһына лайыҡ була. Башҡортостан Милли музей директоры Марат Зөлҡәрнәев әйтеүенсә, күргәҙмә халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сосланбәк Тавасиевтың ижадына арналған күргәҙмә 20 декабргә тиклем эшләй. Санитар-эпидемиологик талаптарға бәйле музейға 5 кешенән артмаған төркөмдәр генә индерелә.