Ырымбур өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре башланды

Сарала Башҡортостан делегацияһы ҡатнаша. Бөгөн Ҡыуандыҡ ҡалаһында башҡорт мәҙәниәте, теле һәм йолаларын өйрәнәү буйынса түңәрәк эшмәкәрлеге менән таныншыу булды. Һарыҡташ районында башҡорт йәмәғәтселәре менән осрашыу уҙҙы, шулай уҡ ҡоролтай рәйесе һайланды. Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре иртәгә лә дауам итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының территориялар менән эшләү бүлеге етәксеһе Рөстәм Баянов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быға тиклем Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Пермь крайы, Свердловск өлкәһе, Ханты-Мансы автономиялы округы, Мәскәү ҡалаһында үтте.