“Берҙәм Рәсәй” партияһы “Федераль ПолитСтартап” тигән проект иғлан итте. Унда Рәсәй төбәктәренән 6 мең 700-ҙән ашыу анкета ҡабул ителгән. Заявкалар һаны буйынса беҙҙең республика алдынғы төбәктәр исемлегендә. 170 кешенең яртыһынан күбеһе 35 йәшкә тиклемге йәштәр булған. Проектта еңеүселәр киләһе йыл партия исеменән Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғын ала.