Эт тиҙәгенә ҡаршы көрәш. Был мәсьәләне Өфөлә йәшәүселәр сит ил тәжрибәһенә таянып хәл итергә була. «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһы буйынса Башҡортостанда тәүге Дог-пакеттар ҡуйыла. Программа сиктәрендә тағы ла ниндәй проекттар тормошҡа ашырылған? БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Эт аҫраусылар йорт биләмәһен, урамды таҙа тотоу яҡлы. Яңыраҡ ҡына сафҡа ингән «Аксаков аллеяһы» күптәргә яратҡан ял итеү урынына әйләнеп тә өлгөргән. Эргәләге йортта йәшәүселәр кистәрен урамға сығып саф һауа һулаһа, иртәнсәк һәм көндөҙ йорт хайуандары менән йөрөүселәр ҙә табыла. Биләмә ҡалдыҡтар менән бысранмаһын өсөн күп ҡатлы йорт хужалары махсус диспенсерҙар урынлаштырырға ҡарар итә.
Ҡағыҙ пакеттар менән тултырылған ике ҡоролма ҡулланылышы яғынан да еңел. Әйткәндәй, Өфөлә бындай диспенсер тәүгә ҡуйыла, ти халыҡ. Уларҙы һатып алыу һәм урынлаштырыу эштәре «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһы сиктәрендә башҡарыла. Ә инде һауыттарҙы пакеттар менән тулыландырып тороу идарасы компанияға йөкмәтелә.
Достоевский урамының 64-се йортонда йәшәүселәр ҙә дәүләт программаһына ҡушылырға була. Быға тиклем балалар майҙансығында уйнау хәүеф тыуҙыра. Емерелер сиктә булған ҡоролмалар янына сабыйҙарҙы яҡын ебәреү ҡурҡыныс ине, ти Ирина Дәүләтшина. Ә йортта башлыса балалы ғаиләләр йәшәй.
«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы» сиктәрендә халыҡ үҙ проблемаларын хәл итә. Республика буйлап балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто биналары яңыртыла, спорт һәм уйын майҙансыҡтары, юлдар төҙөкләндерелә. Өфөнөң Ленин районында ғына быйыл 8 проект буйынса эштәр башҡарылған.
2020 йылда «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» проектына меңдән ашыу ғариза килә, уларҙың 563-ө конкурс этабын үтә ала. Әлеге ваҡытта киләһе йылға дәүләт программаһында ҡатнашыу өсөн старт бирелгән.
Әлфинә Килдейәрова.