Халыҡ мәнфәғәте өсөн эштәр

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы һәм Бөтә Рәсәй халыҡ фронты социаль өлкәлә Учалыларға ярҙам ҡулы һуҙа. Төбәктә халыҡ һорауы буйынса ете ФАП төҙөлгән. Төҙөлөш эштәре «Сәләмәтлек» милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Өлкән йәштәгеләргә һәм күмәк бала тәрбиәләүселәргә Рәсәй Президенты гранты нигеҙендә социаль ярҙам күрһәтелә.

Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова яҡташтары менән бергә күптән көтөлгән фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында ҡатнашты. Үҙ сығышында ул социаль объекттың 431 кеше йәшәгән Ҡобағош ауылы халҡы өсөн мөһим булыуын билдәләне. Ошоға тиклем тәүге медицина ярҙамы авария хәлендәге бианла күрһәтелһә, хәҙер ауылдаштар бөтә уңайлыҡтары булған заманса бинаға эйә.

Модулле ФАП-тан пациенттар өҙөлмәйәсәк. Бер йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы ҡабул итеү, процедуралар яһау, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы өсөн бүлмәләр ҡаралған. Дефибрилятор, ивл, экг һәм күҙ баҫымын үлсәү аппараттары халыҡҡа төпкөлдә лә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты тиҙерәк файҙаланыуға тапшырылһын өсөн урындағы эшҡыуарҙар ҙа ярҙам ҡулы һуҙған. 

#Беҙҙеңхәстәрлек #беҙбергә проекттары Ҡобағош кеүек төпкөл ауылдарға ла барып етә. Дәүләт Йыйлышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова яҡташтары, Учалы районы башҡорттары өоролтайы ағзалары менән ирекмән булараҡ аҙыҡ-түлек тупланмаһын таратыуҙа ҡатнашты. 

Был күстәнәстәргә 92 йәшлек абруйлы аҡһаҡал, Башҡортостандың халыҡ артисы Абдулла Солтанов та шат. Өлкән йәштәгеләргә һәм мохтаждарға аҙыҡ-түлек тупланмаһын тапшырыу Берҙәм Рәсәй халыҡ фронты һәм Бөтә Донья башҡорттары Ҡоролтайы менән берлектә башҡарыла. Был акция Ҡобағош ауылынан тыш, Миндәктә, Учалыла ла ойошторолдо. 

«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе һәм Бөтә Рәсәй халыҡ фронты проекттары пандемия осоронда мохтаждарҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмай, ә төбәктәрҙә беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү мөмкинлеген булдырыу иһә халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыртыу кимәленә һәм ғүмерен оҙайтыуға ла булышлыҡ итер, тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова.