«Рәсәй тәме» милли гастрономия конкурсында республика бренды бөгөн беренсе урынға күтәрелде.
Иртән генә ул татар балынан ҡалышып икенсе баҫҡыста ине. Өҫтәүенә күршеләрҙең «Кукмара балы» лә үксәгә баҫып тигәндәй килә. Тәү ҡарашҡа, бындай һорауҙың булыуы ла мөмкин түгел кеүек, сөнки Рәсәйҙәге татлы ризыҡтар араһында Башҡорт балы ышаныслы еңеү яуларға тейеш. Әммә асылда бәйгенең көсөргәнешле булыуы көтөлә.
Башҡорт балының сифаты ла яҡшы, танылыу ҙа яулаған, әммә уға күберәк мәрәйҙәр талап ителә. Башҡортостан брендтары өсөн тауыш бирер өсөн әле экранда күргән «Рәсәй тәме» конкурсы сайтына инергә кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканан барлығы 26 гастрономия бренды яҡшылар исемлегенә дәғүә итә.
Азат Ғәлиуллин.