Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсының төп призына 20 ҡыҙ дәғүә итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Республика төбәктәренән тыш, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Ленинград, Силәбе, Һарытау, Һамар, Ырымбур, Свердлов өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Ханты-мансы автомономиялы округы һәм Пермь крайы исеменән ҡатнашыусылар бар.

Әйткәндәй, быйыл матурлыҡ бәйгеһенең һайлап алыу туры илдең 11 төбәгендә һәм Башҡортостандың 9 зонаһында үтте. Кастингта барлығы 200-ҙән ашыу һылыуҡай ҡатнашты. Конкурстың быйылғы үҙенсәлектәре, әҙерлек барышына бәйле һорауҙар бөгөнгө  матбуғат конференцияһында күтәрелде. Гала-концерт 3 декабргә билдәләнгән.

Азат Ғәлиуллин.