Жюри ағзалары статуэтканы нәфис фильм номинацияһында иң яҡшыһы тип табылған «Юғалсыҡтар иле» фильм-әкиәте режиссеры Гөлсәсәк Игебаеваға тапшырҙы. «Тамыр» ижади төркөмө әҙерләгән проект 60 эш араһынан һайлап алына.
Абруйлы бәйгенең финалында БСТ каналының «Реаль футбол» тапшырыуы ла билдәләнде. Спорт темаһына бағышланған программа етәкселеге диплом менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, «Тамыр»ҙарҙың был тәүге еңеүе түгел. Беренсе орфейын хеҙмәттәштәребеҙ 2005 йылда «Ҡоралай» фильм-әкиәте өсөн алғайны. Һуңынан, «Шүлгәнташ» картинаһы операторы федераль кимәлдә юғары баһалана. Тамырҙар бөгөн дә ижади эҙләнеүҙәр өҫтөндә.
Флорида Ким.