Илшат Үлйәбаевтың хужалығында техниканы оҙайлы ваҡытҡа һаҡлауға ҡуйыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Сөнки техниканы киләһе ауыл хужалығы йылына әҙерләү – мөһим бурыс.
Сарала агросәнәғәт комплексы мәсьәләләре буйынса бүлек белгестәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә ауыл хужалығы машиналарын һаҡлауға, ремонтлауға айырыуса иғтибар бирергә кәрәк икәнлеге билдәләнде. Һәр ауыл хужалығы ойошмаһында был эш талаптарға ярашлы алып барылырға тейеш.
Ауыл хужалығы ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү өсөн механизаторҙар бригадалары ойоштороу, «Машиналы ихата – 2021» операцияһын уҙғарыу кеүек һорауҙар ҡаралды. Өҫтәүенә, Хәйбулла районы механизаторҙары өсөн квалификация күтәреү курстары уҙғарыу күҙаллана.
Илшат Үлйәбаевтың хужалығында баҫыу эштәре тамамланғас та агрегаттар тулыһынса таҙартыла, механизмдары майлана. Ашлыҡ йыйыу комбайны, сәскестәр һәм башҡа техника тейешенсә урынлаштырыла. Иҫкеләрен дә иҫәптән сығармайҙар. Гаражда тракторҙарҙы ремонтлау өсөн бар саралар ҡаралған.
Әлфинә Килдейәрова.