Дәүләт программаһына ярашлы, быйыл яҙ рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын йыһазландырыуға дәғүә иткән ҡала һәм ауыл мәктәптәре исемлеге төҙөлгәйне.
Конкурс йомғаҡтарына ярашлы, 32 мәғариф учреждениеһы еңеүсе тип танылды. Улар араһында Ишембайҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты ла булды. Хәҙер педагогтар туған тел дәрестәрендә интерактив таҡта, проектор һәм ноутбук ҡулланып эшләй. Заманса мәғлүмәт технологиялары уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән.
Гөлназ Хәйбуллина.