Өфөлә ашнаҡсылар республика чемпионаты үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Сара ике этапта ойошторолдо. Тәүгеһендә һарыҡ һәм балыҡ итенән тәмле аштар әҙерләнһә, артабан финалға сығыусылар ҡара йәшниктә килтерелгән йәшелсә, ит ризыҡтарын ҡулланып фантазия байлығын күрһәтте. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Аш-һыу бүлмәһендә ҡыҙыу ярыш бара, плиталар алдында һигеҙ ашнаҡсы. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла республиканың төрлө кафе-ресторандарында эшләп, уңыш ҡаҙанған. Чемпионаттың тәүге этабында улар һарыҡ итенән эҫе аш әҙерләне. Өфөнән Ринат Зәйнетдинов башта итте майҙа ҡыҙҙырып алды, артабан тауыҡ ите һурпаһында ҡырҡ минут бешерҙе. Гарнирын да өҫтәне.

Һарыҡ итенән тыш, балыҡ продукцияһынан да төрлө ризыҡтар әҙерләргә кәрәк ине. Тәрилкәләге аштарҙы жюри ағзалары баһаланы. Дегустация ваҡытында улар ашнаҡсыларҙың яңы рецептары менән танышты. Әйкәндәй, бәйгенең тәүге этабы 90 минут дауам итте. Бәйгелә ҡатнашыусыларға аш бешереүҙә ирекмәндәр ҙә ярҙам күрһәтте.

Ашнаҡсылар чемпионатын республиканың кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар Ассоциацияһы төрлө ведомстволар менән берлектә ойошторҙо. Тәү маҡсат – туҡланыу индустрияһы өлкәһендәге һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү.

Финалға сыҡҡан өс ашнаҡсы «ҡара йәшник»тәге билдәһеҙ аҙыҡтарҙан аш әҙерләйәсәк. Был бик ҡатмарлы этап, һөнәри оҫталыҡ, бай фантазия талап ителә. Еңеүселәргә аҡсалата премиялар ҡаралған, әйтәйек, тәүге урын алыусыға 50 мең һум тапшырыла. Шулай уҡ ул республика данын Рәсәй кимәлендә үтәсәк ашнаҡсылар чемпионатында яҡлаясаҡ.

Наталья Чибрикина Башҡортостандың кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы рәйесе

Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, сәләмәтлек дөрөҫ туҡланыуҙан башлана. Шуға был индустрия һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә яҡын. Башҡортостанда сираттағы кулинария чемпионаты киләһе йыл мартҡа планлаштырылған.

Гөлназ Хәйбуллина.