Баш ҡалалағы һуғыш ветерандары госпитале һәм 13-сө ҡала дауаханаһы ғәҙәти эш тәртибенә күсерелә

Һуңғы ваҡытта улар ковид-госпиталь булараҡ эшләне. Стәрлетамаҡтағы инфекция дауаханаһында төҙөлөш тамамланды. 11 декабрҙә учреждениены асыу тантанаһы була. 12 декабрҙә ул сирлеләрҙе ҡабул итә башлай. “Хәл ҡатмарланһа, ауырыуҙарҙы яңы ковид-госпиталгә был аҙнала уҡ һала башлайҙар”, - тип белдерҙе Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров.