Республиканың Ситуация үҙәгенә ике аҙна эсендә 11 меңгә яҡын шылтыратыу ҡабул ителгән

Уларҙың 5 мең самаһы эшкәртелгән. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә үҙәк етәксеһе, Башҡортостан парламенты депутаты Римма Үтәшева хәбәр итте. Кешеләр йышыраҡ өйҙә дауаланыу, тест һөҙөмтәләре, бушлай дарыу алыу тураһында һораша. Иң күп шылтыратыуҙар Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Өфө районынан ҡабул ителгән. Радий Хәбиров Ситуация үҙәге белгестәренә халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.