Бөгөн Премьер-министр Андрей Назаров ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнеше мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Республикала 4 мең 200-ҙән ашыу контейнер майҙансығы булдырылған, 6 мең 200-ҙән ашыу сүп һауыты 540-тан ашыу бункер һатып алынған. 24 районда сүп-сар майҙансыҡтары тулыһынса йыһазландырылған. Киләһе йылдың мартына бөтә район һәм ҡалаларҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары майҙансыҡтарын булдырыу бурысы ҡуйылды.