Башҡортостанда электромобиль хужалары транспорт һалымы түләмәй

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яңы закон ҡабул итте. Электрмобиль хужаларына льгота бирелде. Улар өс йылға транспорт һалымын түләүҙән бушатыла. Бындай аҙым республикала экология яҡтан таҙа транспорт менән файҙаланыусылар артыуына булышлыҡ итәсәк, тигән фекерҙә парламент вице-спикеры Рөстәм Ишмөхәмәтов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рәсәйҙә сит илдән индерелгән электрмобилдәр өсөн пошлина ла алынмай. Бындай тәртип 2022 йылғаса оҙайтылды.