Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ошо турала ҡанун проекты ҡабул итте.
Документҡа ярашлы, транспорт һалымын өс йыл дауамында түләмәҫкә мөмкин. Аңлатмала әйтелеүенсә, һүҙ электр двигателе менән йыһазландырылған автомобилдәр тураһында ғына бара, гибрид двигателдәр был категорияға ҡарамай. Ҡабул ителгән закон электромобилдәргә ҡыҙыҡһыныу арттырыуҙы маҡсат итә. Ул экологик яҡтан таҙа транспорт һанала.
Рафиҡ Әхмәтшин.