Һаулыҡты хәстәрләп

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөләге 2-се стоматология поликлиникаһына табипҡа ҡабул итеүгә яҙылыу өсөн яңы инфоматтар ҡуйылды.

Медицина учреждениеһы яңы ҡоролма менән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә йыһазландырылған.  Хәҙер пациенттар тештәрен дауалауға яҙылып ваҡытын сиратта үткәрмәй. Һөҙөмтәлә заманса поликлиникала тәүлегенә меңгә яҡын кеше хәҙмәтләндерелә. Пандемия шарттарында үҙен насар тойоусылар айырым бүлектә ҡабул ителә.

Флорида Ким.