Башҡортостанда депутаттар, бағыусылар көсө менән өлкән синыф уҡыусылары гаджеттар менән тәьмин ителә. Рәсәйҙең либерал-демократтар партияһының төбәк бүлексәһе лә хәйриә сараһында әүҙемлек күрһәтә. Бөгөн Өфөлә фирҡә тарафынан аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә ноутбуктар тапшырылды. Лиә Әхмәҙишина яңғыҙы дүрт бала үҫтерә, ҡыҙҙары Дилә 6-cы, Зилә 10-cы синыфта белем ала. Ситтән тороп уҡыуға күскәс, йортта компьютер техникаһы булмау сәбәпле, үҫмерҙәргә белем алыу ауырға төшкән. Хәйриә акцияһы проблеманы тулыһынса хәл итә.
Гөлназ Хәйбуллина.