Владимир Путин Өфө ҡалаһы юбилейын байрам итеү тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

2024 йылда республиканың баш ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тула. Документҡа ярашлы, өс ай эсендә юбилейға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу комитеты ойоштороласаҡ. Комитетты Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчук етәкләй. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Өфө ҡалаһын Мәскәү ярҙамы менән Рәсәйҙең терәк үҙәктәренең береһе итеү өсөн уникаль мөмкинлек асыла.