Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғаилә һәм балаларҙы яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәй Президенты янындағы Совет ултырышында сығыш яһаны

Уны Федерация Йыйыны Рәйесе Валентина Матвиенко үткәрҙе. Радий Хәбиров республикала башҡарылған программалар тураһында һөйләне: “Беҙҙә 51 мең күп балалы ғаилә бар. Был яҡтан беҙ Волга буйы федераль округында беренсе урында. Бындай ғаиләләргә ярҙам итер өсөн беҙҙә күп төрлө программалар эшләй. Шул уҡ ваҡытта балаһыҙ ғаиләләр ҙә бар. Шуға беҙ республика бюджеты иҫәбенә ЭКО үткәреүҙе күбәйттек. Һөҙөмтәлә, быйыл ғына ошо процедура ярҙамында 552 бала тыуҙы. Милли проект буйынса балалар баҡсаларын төҙөйбөҙ. Быйыл улар иҫәбе 25. Был республика өсөн рекорд”, тине республика башлығы.