Бөгөн Рәсәйҙә хоккей көнө билдәләнә

Башҡортостанда һәм илдә был спорт төрө халыҡ араһында популяр. “Салауат Юлаев”, “Торос”, “Горняк”, “Толпар”, “Ағиҙел” кеүек профессиональ спорт командалары көйәрмәндәре һәм һәүәҫкәр хоккей уйнаусылар ҙа күп. Республика ҡалалар һәм ауылдарында эшләгән боҙ һарайҙары ла спорт үҫешенә булышлыҡ итә. Сибай ҡалаһында “Ирәндек” боҙ һарайы 10 йыл элек асылды. Бында тренер Салауат Вәлиев балаларҙы хоккей уйнарға өйрәтә. Уның улы ла юғары уңыштарға ирешә. Тимур Вәлиев Өфөлә “Толпар” йәштәр командаһы һөжүмсеһе. Салауат Вәлиев әйтеүенсә, Сибайҙа балалар хоккейға ҙур теләк менән йөрөй. Ҡалала спорты үҫтереү өсөн финанс яҡтан ярҙам кәрәк.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт