Башҡорт атлыларының исеме мәңгеләштерелә

Бөгөн Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары Әхмәтхужа Әхмәҙуллин һәм Хәнәфи Нурғәлиев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Шушнур ауыл биләмәһе башлығы Эльвира Ғиләжетдинова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хәнәфи Нурғәлиевҡа арналған таҡтаташ мәктәп бинаһына беркетелә. Быйыл апрелдә белем усағына уның исеме бирелгән. Әхмәтхужа Әхмәҙуллин иҫтәлегенә бағышланған таҡтаташ Мәҙәниәт йортона ҡуйыла. “Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың исеме атлылар дивизияһы тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған”, - ти   Эльвира Ғиләжетдинова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әхмәтхужа Әхмәҙуллин Миңлеғәли Шайморатов менән бергә ҡаты алышта һәләк була. Ул Луганск өлкәһендә туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.

Таҡтаташ асыу тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, яугирҙәрҙең яҡындары ҡатнаша