Башҡортостанда 6 моноҡала бар

Унда республиканың 10 процент халҡы йәшәй. Моноҡалалар иҡтисадын үҫтереү мәсьәләһе хөкүмәт өсөн алдынғы йүнәлештән һанала. Был турала Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙа. “Беҙ төрлө инструменттар ярҙамында ҡала ойоштороусы предприятиеларға ярҙам күрһәтәбеҙ. Артабан да уларға һатып алыусылар эҙләшербеҙ, кәрәк булһа, дәүләт гарантияларын да бирербеҙ. Моноҡалаларға инвесторҙар йәлеп итеүҙең яҡшы ысулы – йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен төҙөү. Беҙҙә улар 5. Бөгөн унда 69 резидент бар”, тип яҙа Андрей Назаров.