Бөгөн Өфөлә табиптар өсөн социаль такси эшләй башланы

Акцияны “Берҙәм Рәсәй” партияһы үткәрә. Уның барышында депутаттар эш машиналарында табиптарҙы дауаханаға алып бара һәм алып ҡайта. Акцияға беренселәрҙән булып республика парламенты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм партияның башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров ҡушылды.