Ярҙам кәрәк!

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөнөң Дим районында йәшәүсе Рафаэль Әбйәлетдинов февралдә фажиғәгә тарый. Күнекмә ваҡытында йәрәхәтләнеп егет уң аяҡһыҙ ҡала. Хәҙер уға 4 миллион һумлыҡ протез талап ителә. БСТ каналы Әлфинә Килдейәрова ентекләберәк.

Әүҙем тормошто хәҙер компьютер ғына алмаштыра. Өфөлә йәшәүсе Рафаэль Әбйәлетдиновҡа 20 йәш. Буш ваҡытында еңел атлетика, баскетбол, футбол һәм волейбол менән шөғөлләнгән егет бер ҙә өйҙә тормай. Юғары уҡыу йортона уҡырға ингәс, ирекмәндәр сафына инә, балалар йорттарына йөрөп сабыйҙар өсөн байрамдар ойоштора. Ләкин был да уға аҙ кеүек күренә.

Егет күнекмәләр ваҡытында ҡазалана. Физик яҡтан көслө булғас аяғымды ауырттырырмын тип уйламай ҙа. Тәүҙә мускулдарым тартышҡандыр тип табипҡа барырға булдым, ул миңә йылытыусы май менән ыуырға ҡушты, тип хәтерләй Рафаэль. Ләкин аяғы шешә башлай. Өфө дауаханаларында дауалау үтеү һөҙөмтә бирмәй. Мартта уға яман шеш диагнозы ҡуйыла. Әбйәлетдиновтар улдарын Мскәүҙәге Онкология үҙәгенә алып бара, табиптар консилиумы аяҡты ҡырҡырға тигән ҡарарға килә. Юғиһә, ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе лә ихтимал.

Реабилитация үткәндән һуң, Рафаэль өйөнә ҡатарыла. Быға  тиклем бер урында тормаған егеткә хәҙер үҙаллы тышҡа сығыу бөтөнләй мөмкин түгел. Туғандары, дуҫтары Рафаэлгә бошонорға ирек бирмәй.

Операциянан һуң Рафаэлгә дәүләт бушлай протез бүлә, әммә ауыр һәм уңайһыҙ булғанлыҡтан егет уның менән йөрөй алмай. Ҡулайлыһын Германияла етештерәләр, ләкин уның хаҡы 4 миллион һум. Бындай сумма Әбйәлетдиновтар өсөн күтәрерлек түгел. Уларға ярҙам итергә теләүселәр экранда күрһәтелгән реквизиттар буйынса аҡса ебәрә ала. Шул уҡ ваҡытта егеттең ата-әсәһе мохтаждарға ярҙам итергә һәм бушлай ике коляска бирергә әҙер.

Спортсы һәм ирекмән киләсәк тик үҙеңдән генә тора икәнлегенә ышана. Йәш көйөнсә иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы изге күңелле кешеләр ярҙамында еңеп сығырына һәм юғары маҡсаттарына ирешәсәгенә шикләнмәй.

Әлфинә Килдейәрова.