Баҡалы районында ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү дәүләт программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Төбәктең үҙәк дауаханаһы табиптарына фатир төҙөлөүен ни бары ярты йыл ғына көтөргә тура килгән. БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.
Эльвира Риянова Баҡалы үҙәк дауаханаһында теш табибы булып эшләй. 2013 йылда тыуған районына ҡайтып «Ауыл табибы»программаһында ҡатнашҡан. Теш табибы ғаиләһе бүленгән миллион һумға 37 квадрат мерт майҙанлыҡ бер бүлмәле фатир һатып ала. Рияновтар ике ул тәрбиәләй. Тамерланға – 5, Моратҡа – 3 йәш. Ғаилә ярты йыл элек торлаҡ шарттарын киңәйтеү буйынса ғариза яҙған. Ошо ғариза нигеҙендә ауыл биләмәләрен тотроҡло үҫтереү программаһында ҡатнаша.
Баҡалы ауылының был микрорайонында төҙөлгән ике йорт та Зотов урамында урынлашҡан. Төҙөлөшкә рәсәй ҡаҙнаһынан биш миллион һумға яҡын, республиканан миллион ике йөҙ мең һумдан ашыу һәм райондан 77 мең һум аҡса йүнәлтелгән. Ике муниципаль контракт нигеҙендә дүрт табип ғаиләһенең торлаҡ мәсьләһе ыңғай хәл ителгән.
Әлеге ваҡытта төҙөүселәр йорттарҙа һуңғы биҙәкләү эштәрен башҡара. Был эштәр унынсы декабргә тамаланасаҡ һәм фатирҙар 15 декабрҙә файҙаланыуға тапшырыласаҡ тип көтөлә.Ике йорттағы дүрт фатир хужаларына ете сутый ярым ер ҙә ҡаралған. Хирург, кардиолог һәм стоматологтар тиҙҙән был нигеҙҙә өй туйлаясаҡ. Тәбәктә ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү программаһы ауыл табиптарына ла төпкәлдәрҙә йәшәү һәм тырышып эшләү өсөн ҙур мөмкинлектәр аса.
72 квадрат метр майҙандағы был торлаҡ газ селтәренә тоташтырылған, эске биҙәү эштәренең шаҡтай өлөшө тамамланған. 10 көн эсендә ишектәр ҡуйылып, обойҙар йәбештереләсәк. Табиптар Яңы йылды бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙа ҡаршылаясаҡ, тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова