«Өфө» футболсылары ниһайәт, уңыш ҡаҙанды!

Your browser doesn't support HTML5 video.

Рәсәй Премьер-лигаһының сираттағы турында яҡташтарыбыҙ «Тамбов» клубын ҡабул итте.

Башҡортостан командаһы өсөн быйылғы миҙгел айырыуса ауыр бирелә. Улар 13 уйын рәттән еңелеп, турнир таблицаһының иң һуңғы баҫҡысына тәгәрәне. Әлбиттә, бындай хәл менән клуб етәкселеге лә, көйәрмәндәр ҙә ҡәнәғәт була алмай. Шуға ла Рәшит Рәхимов тәрбиәләнеүселәре чемпионаттың тағы ла бер аутсайдерына ҡаршы уйынға еңеү теләге менән генә сыҡты.

Һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәне, Тимур Йәмәлетдинов иҫәпте асыуға өлгәште. Артабан дәғүәселәр уйын ҡағиҙәһен боҙған өсөн әҙселектә ҡалды. Башҡортостан командаһы осрашыу аҙағына тиклем өс тапҡыр уңышҡа өлгәште.

Туптарҙы Владислав Камилов, Филип Мрзляк һәм тағы ла Тимур Йәмәлетдинов индерҙе. Иҫәп 4-0. Был уңыш «Өфө» футболсыларына бер баҫҡысҡа күтәрелергә мөмкинлек бирҙе. Киләһе турҙы яҡташтарыбыҙ 6 декабрҙә «Ростов» клубы менән үткәрә.