Ишембай районы Ишәй ауылынан Юлай Шаһимәрҙәнов оҫтаханаһында урман хужаларын мәңгеләштерә. Оҫта ҡуллы йүнсел менән БСТ каналының ижади төркөмө осрашты.
Юлай Шаһимәрҙәнов хаҡлы ялға сыҡҡас, ун биш йыл элек башлаған шөғөлөн дауам итә. Йәнлек тиреләренән ҡарасҡылар эшләй. Улдары ла мәктәптән ҡайтыу менән сүкеш тотоп аталарына ярҙамға йүгерә.
Йүнсел егерме йыл Себер тарафтарында эшләп, тыуған яғы – Ишембай районы Ишәй ауылына ҡайтып төпләнә, йорт һалып инә. Һунарсылыҡ – ҡанында булыуын билдәләй. Һәр ҡарасҡыға үҙенсә йән өрә ул, макеттарында йәнлектәргә хас булған сифаттарҙы асып бирә.
Ихаталағы музейға инеү менән үҙеңде урманда кеүек хис итәһең. Әйтерһең дә, ваҡыт туҡтап ҡалған. Айыу, бүре, төлкөләр тештәрен ыржайтып, асыулы ҡараш ташлағандай тойола. Ҡоралайҙар иһә ҡурҡып ҡалған. Шулай уҡ бында ҡоштар донъяһы ла сағылыш тапҡан. Юлай Шаһимәрҙәнов билдәләүенсә, яратҡан шөғөл табыу – үҙе бәхет, күңел тыныслығы бирә.
Гөлназ Хәйбуллина.