Башҡортостанда эшкә тәүге робот алынды

Донни исемле машина республика ҡан тапшырыу станцияһында эшләй. Яңы хеҙмәткәр ҡан бирергә килгән донорҙарҙы ҡаршы ала, бахилы һәм битлек кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Шулай уҡ андроид кешенең тән температураһы, йөрәк тибеше, ҡан баҫымы, буйы һәм ауырлығын үлсәй. Донни - Рәсәйҙә ҡан тапшырыу  хеҙмәтенә индерелгән тәүге яһалма интеллект.