Стәрлетамаҡ ҡалаһында икенсе инфекция үҙәген төҙөү тамамланды

Был хаҡта республика премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында белдерҙе.  Клиника-диагностика үҙәге 10 октябрҙә төҙөлә башланғайны. 50 көн эсендә бинаның төп төҙөлөш-монтаж эштәре теүәлләнде. Әле ҡорамалдарҙы тикшереү һәм көйләү бара. Дауаханаға 36 үпкәне яһалма елләтеү аппараты һатып алыу планлаштырыла. Республикала икенсе  инфекция үҙәген төҙөү  был өлкәлә тәжрибә һәм мөмкинлектәребеҙ ҙур икәнлекте иҫбатлай, тине Андрей Назаров. Бинаның проекты менән илдең 15 төбәгендә ҡыҙыҡһыналар. Беҙҙең проектҡа нигеҙләнеп, Силәбе өлкәһендә  лә шундай уҡ инфекция үҙәге төҙөлдө.