Радий Хәбиров республика ирекмәндәре менән һоҡланыуын белдерҙе

“Был кешеләр ғәҙәттә күренеп бармай, әммә уларҙың ярҙамынан тыш бер генә ҙур эш тә атҡарылмай. Шуныһы мөһим – был ҡыйыу егеттәр һәм ҡыҙҙар ауыр минуттарҙа беренселәрҙән булып ярҙамға килә”, - тип яҙа социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы. “Коронавирус инфекцияһы менән көрәш ваҡытында 63 волонтер штабынан 5 меңдән ашыу кеше оло йәштәгеләргә ярҙам итте. Бөрйән районында янғын ваҡытында ирекмәндәр утты һүндереште. Республика етәксеһе һөйөнөслө яңылыҡтар менән дә уртаҡлашҡан. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостандан “Рәсәй ирекмәне” конкурсында 35 кеше ярымфиналға һәм дүртәүһе финалға сыҡҡан. Стәрлетамаҡтан Ростислав Савельев абруйлы ярышта еңеүсе булған. Бүләкләү сараһы, Бөтә донъя волонтер көнө алдынан, 4 декабрҙә үтә.