Мини-лапта буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы Рәсәй Кубогын яуланы

Ҡаҡма туп буйынса ярыш Йошкар-ала ҡалаһында үтте. Республика йыйылма командаһы составында Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы районы вәкилдәре сығыш яһаны. Быйыл ҙур лапта буйынса Бөтә Рәсәй ярышында Башҡортостан вәкилдәре алтын миҙал яуланы.