Онлайн осрашыу “Берҙәм Рәсәй” партияһының халыҡты ҡабул итеү декадаһы уңайынан үткәрелде. Башҡортостан Башлығы һәм сәйәси фирҡәнең төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров өс кеше менән аралашты. Күгәрсен районы Йомағужа ауылынан ике бала әсәһе йортҡа газ үткәреүҙә ярҙам һораны. Атайһыҙ ғаиләгә 157 мең һумлыҡ түләү ауырға тура килә. Радий Хәбиров партияның төбәк бүлеге етәкселеге һәм Хөкүмәткә был тәҡдимде өйрәнергә һәм ғаиләгә газ үткәрергә ярҙам итеү өсөн сәйәси фирҡә фондынан аҡса бүлергә ҡушты. Өфөнөң Калинин районынан дүрт балалы ғаилә янғын арҡаһында йортһоҙ ҡалған.Радий Хәбиров Калинин районы етәкселегенә мәсьәләне хәл итергә ҡушты. Сипайлово биҫтәһендә йәшәүсе балалар спорт майҙансығына яңы түшәм һалыуҙарын үтенде. Әле бында ҡом түшәлгән, балалар йәрәхәтләнеүе ихтимал. Радий Хәбиров Өфөнөң Октябрь районы етәкселегенә күп ҡатлы йортто “Башҡорт ихаталары” программаһына индерергә ҡушты.