Подписывайтесь на Bash.News
Өфөнөң 17 балалар клиник дауханаһы МРТ ҡорамал менән
йыһазландырылды. Был төр тикшереү иң теүәл һөҙөмтәләр бирә.
17-се балалар клиник дауаханаһы баш ҡаланың иң ҙур
медицина учреждениеларының береһе иҫәпләнә. Пациенттар географияһы тотош
Башҡортостан. Тәжрибәле табиптар кескәйҙәргә төрлө йүнәлешле ярҙам күрһәтә. МРТ
тамограф ҡуйыу дауахананың диагностикалау мөмкинлектәрен киңәйтә.
«Сәләмәтлек» милли проекты буйынса станционарҙарҙы
йыһазландырыу һәм яңыртыу дауам итә. Был бигерәк тә балалар
дауаханаларына ҡағыла. Әле магнит
резонанс томограф сафҡа инде. Ул компьютер томографы менән бер рәттән 17-се
балалар клиник дауаханаһының диагностикалау мөмкинлектәрен киңәйтә.
Игорь Засядкин, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары
Беҙҙең дауахана ашығыс ярҙам күрһәтеүгә махсуслаша.
Өфө һәм республика
балаларына ашығыс медицина ярҙам
күрһәтеү өсөн МРТ ҡоролмаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығы
һәм Башҡортостан хөкүмәте тарафынан күрһәтелгән һиҙелерлек ярҙам
булып тора.
Нурсилә Әбсәләмов, Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһы баш табибы
МРТ ярҙамында эске органдарҙы, йомшаҡ туҡымаларҙы һәм нерв
күҙәнәктәрен тикшерергә мөмкин. Ғәҙәти компьютер томографынан айырмалы рәүештә,
нурланыш кимәле түбән. Тикшереүҙә электр
магнит тулҡындары файҙаланыла.
Тәндең ҡайһы бер
өлөштәрен компьютер томографияһы менән тикшереп булмай.
МРТ ярҙамында организмдың бөтә органдарын һәм өлөөштәрен ентекләп
ҡарарға һәм теүәл диагноз ҡуйырға мөмкин.
Юрий Климов, нурланыш диагностикаһы бүлеге мөдире
Магнит резонанс тикшереү үткәреү өсөн пациенттарҙы
хәҙер башҡа дауаханаларға йөрөтөргә кәрәкмәй. Коронавирус инфекцияһы таралған
мәлдә медицина учреждениеларының автономлығын тәьмин итеү үтә лә
мөһим бурыс.