Баш ҡалала йәшәүселәр хоспис төҙөлөшөндә ҡатнаша ала. Бының өсөн уфахоспис.рф сайтына инеп хәйриә аҡсаһы ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ көн дауамында «Смородина» рестораны, BeerGarden, Matur Lounge һәм Neft Lounge сәйханалары, «Бәрәкәт» кафелар селтәре, Open Coffee, Godji ҡәһүәханалары, Casablanca, «Клюковка», MyBar, Camorra Pizza һәм «БигШеф» кафеларында иғәнә индерергә була. Өҫтәлдәрҙә ҡуйылған иҫкәртмәләрҙә күрһәтелгән штрих-код аша үтеп теләгән сумманы күсерергә мөмкин.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә палиатив ярҙамға 23 мең оло йәштәге кеше һәм 680 бала мохтаж. Стационар бер нисә өлөштән торасаҡ, саф һауала йөрөү биләмәләре һәм балалар бүлеге төҙөү ҡаралған. Пациенттар 100-ҙән ашыу табип һәм ирекмән күҙәтеүе аҫтында буласаҡ. Әлеге мәлгә хоспис төҙөлөшө өсөн 20 миллион һумға яҡын аҡса йыйылған. Социаль учреждениены 2021 йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
Светлана Ниғмәтуллина, «Өфө хосписы» матбуғат хеҙмәткәре
Төҙөлөш тулыһынса хәйриә иғәнәләренә алып барыла, шуның өсөн беҙгә берләшергә тура килде. Һис шикһеҙ, халыҡтың ярҙамы кәрәк. Әгәр һәр кеше поректҡа ярҙам итә икән, кәрәкле сумманы тиҙ арала йыя аласаҡбыҙ.
Әлфинә Килдейәрова.