Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ирекмәндәргә Почетлы билдә булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы, яңы награда менән Башҡортостан биләмәләрендә ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереүсе замандаштарыбыҙ бүләкләнә.
Указ менән Почетлы билдә тураһында положение, тасуирлама һәм награданың һүрәте раҫланған. Республика Хөкүмәтенә награда менән уның таныҡлығын әҙерләү өсөн финанс сығымдарын билдәләргә ҡушылған.
Гөлдәриә Йосопова.