Башҡортостан ҡулланыусылар берлеге 125 кооператив ойошмаһынан тора. Уларҙа 3 мең ярым самаһы кеше эшләй. Кооперативтар башлыса сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә эшләй. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, райполарҙың иҡтисади күрһәткестәре тотороҡһоҙ. Мәҫәлән, Баҡалы райпоһы 800 миллион табыш менән эшләһә, күптәр осон-осҡа ялғап, бөлгөлөк сигендә эш итә. Шул уҡ ваҡытта мөмкинлектәр юғары.
Айырым райондарҙағы уңыштар Башпотребсоюздағы көрсөк системалы түгеллеген күрһәтә тип билдәләне Башҡортостан Башлығы һәм ике аҙна эсендә ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү концепцияһын әҙерләргә ҡушты.
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев ететереүселәрҙең кооперацияһын нығытыу башланғысы менән сығыш яһаны. Конкурентлы тауарҙы берҙәм бренд менән һатыуға системалағы үҫешкә мөмкинлек бирер ине тигән фекер белдерҙе тармаҡ министры.
Рафиҡ Әхмәтшин.