Башҡортостан лизингҡа һатып алыу күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынға сыҡҡан

Your browser doesn't support HTML5 video.

Быйыл республика ауыл хужалығы предприятиелары лизингҡа 8 миллиард һумлыҡ ҡорамалдар һатып алған. Йыл башынан аграрийҙар 2806 берәмек яңы техника, шул иҫәптән 470 трактор, 300 комбайн, шулай уҡ 600 ер эшкәртеү һәм сәсеү агрегатына эйә булған.

Юғары күрһәткес республика башлығының «Рослизинг» компанияһы менән килешеүе нигеҙендә льготалы программа ҡабул ителеүе менән аңлатыла. Һөҙөмтәлә аграр предприятиеларға тейешле техника алыуға отошло килешеүҙәр төҙөү өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килгән. 

Алдан түләүһеҙ 3 процент менән 7 йылға тиклемге лизинг финанслауҙың льготалы шарты. Залог талап ителмәй. Йәғни, республика аграрийҙары минималь күләмдә аҡса индереп лизинг килешеүе буйынса ауыл хужалығы техникаһы йәки ҡоролмаһы ала ала.

Филүс Хантимеров, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе

Гөлдәриә Йосопова.