Өфөлә тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм музей хеҙмәткәрҙәренең республика форумы үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сара онлайн форматында ойошторолдо. Форумда ҡатнашыусылар Башҡортостанда музей эше һәм тарих-тыуған яҡты өйрәнеү хәрәкәте үҙенсәлектәре тураһында фекер алышты.

Тармаҡ белгестәренең маҡсаты – төбәк халыҡтарының тарихи-мәҙәни мираҫын өйрәнеү һәм һаҡлау. Форумда шулай уҡ республика музейҙарының тамамланып килгән йылда эш йомғаҡтары барланды, киләсәккә пландар билдәләнде.

Был форумда музей хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән  китапханасылар, ғалимдар ҙа ҡатнаша. Маҡсатыбыҙ - тыуған яҡты өйрәнеүселәр хәрәкәтен әүҙемләштереп, йәш быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөбөҙҙе индереү.

Марат Зөлҡәрнәев, Башҡортостан Милли музейының генераль директоры