Салауатта төҙөкләндергәндән һуң ҡала дауаханаһының яңы корпусы асылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Корпустың ҡыйығы, инженер селтәрҙәре һәм электр ҡоролмалары алыштырылған. Дауаханаға ингән ерҙә пандус ҡуйылған. Алты ҡатлыҡ бинала травматология пункты, паллиатив медицина, неврология һәм башҡа бүлектәр урынлашҡан. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар.

Реконструкцияға 371 миллион һум һәм йыһаз, медицина техникаһы өсөн 101 миллион һум аҡса тотонолған. Заманса ҡорамалдарҙа эшләү өсөн медицина персоналы уҡыу үткән. Салауатта аҡ халатлы кадрҙарға ҡытлыҡ төп мәсьәлә булып ҡала. Яңыртылған дауаханала ҡалала йәшәүселәрҙән тыш тирә-яҡ райондарҙан да халыҡ сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ.

Күп функциялы дауаханала стоматология, лор бүлеге бар, операциялар яһау, ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау һәм дауаланыу өсөн бөтә шарттар булдырылған.

Максим Забелин, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры

Рәмилә Исмәғилева.