Краснокама районында бөгөн шайморатовсылар рухы мәңгелләштерелде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Яңы Аҡтанышбаш ауылынан сыҡҡан ике башҡорт яугиры иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларының туғандарын, ауылдаштарын бергә йыйған тантаналы сара Бөтә Дднъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

 Өфөнөң «Дим» тимер юлы станцияһында төшөрөлгән тарихи фото. Легендар 112-се Башҡорт атлылары дивизияһының фронтҡа киткән ваҡыты һүрәтләнгән. Шәхестәрҙең исемдәре лә билдәле. Ҡылыс тотоп торғаны өлкән сержант Әхмәтхужа Әхмәҙуллин. Ул сығышы менән тап Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш ауылынан. СССР-ҙың Юғары советы депутаты, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры исемен йөрөткән башҡорт улын яҡташтары йыл да хөрмәтләп иҫкә ала. Сираттағыһы икеләтә ҡәҙерле булды. Шәхес рухы мемориал таҡтаташта мәңгеләштерелде.

Шайморатовсыларға арнап яҙылған йыр тотош ауылды яңғыратты. Ул төрлө милләт халыҡтарын берләштереүсе, илһөйәрлек рухы тәрбиәләүсе гимн һанала. Айырыуса, дивизия составында һуғышҡа ингән яугирҙар ейән-ейәнсәрҙәрендә ғорурлыҡ уята.

Сара тап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысында ойошторолдо. Яңы Аҡтанышбаш халҡы, ғөмүмән, данлыҡлы башҡорт уландары менән хаҡлы ғорурлана, тип әйтергә кәрәк. Бер ауылдан ғына ике герой. Бөйөк Ватан һуғышы ордены кавалеры, капитан Хәнәфи Нурғәлиевтың исеме йыл башында тыуған ауылы мәктәбенә бирелгәйне. Бөгөн белем усағына мемориал таҡтаташ беркетелде.

Тантаналы сара сиктәрендә, ауылда данлыҡлы яугирҙарға арнап музей булдырыу идеяһы күтәрелде. Был йәһәттән Краснокама районында башҡорт улдарының тарихи фотолары, архив документтар, артефакт әйберҙәр ҙә етерлек.

Азат ғәлиуллин.