Ул бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә – 50 көндә төҙөлдө. Әле унда медицина ҡорамалдары ҡуйыла, медицина персоналын улар менән эш итергә әҙерләү бара. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров яҙа. Бөгөн Башҡортостанға Ульянов өлкәһе делегацияһы килә. Улар үҙҙәрендә ошо проект буйынса инфекция госпитале төҙөргә ниәтләй. Республика проекты федераль кимәлдә иң яҡшыһы тип танылған. Рәсәйҙең 15 төбәге уға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдергән.