Башҡортостанда әүҙем ирекмәндәрҙе бүләкләйҙәр

Республика Башлығы Радий Хәбиров указы менән “Башҡортостан волонтеры” тигән маҡтаулы исем булдырылды. Республикала 400-ҙән ашыу ирекмән төркөмө эшләп килә. Коронавирус менән көрәштә 5 меңдән ашыу волонтер ололар һәм сирлеләргә ярҙам итте, йәйгеһен Бөрйән һәм Белорет райондарында урман янғыны ваҡытында 500-ҙән ашыу ирекмән утты һүндереште. Бынан тыш, волонтерҙар башҡа мөһим ваҡиғаларға һәм сараларға йәлеп ителә. Республика ирекмәндәр хәрәкәте үҙәге етәксеһе Илшат Бикҡолов әйтеүенсә, волонтерҙар өсөн ошондай юғары награда уларҙың эшмәкәрлегенә ҙур баһа булып тора.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         5 декабрҙә Бөтә донъя волонтер көнө билдәләнә. Был датаға бәйле ирекмәндәрҙе бүләкләү ойошторола.