Унда төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә арналған проекттар тәҡдим ителде. Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранты Айһылыу Ҡәлимғолова, тренер Эрнест Вәлишин, Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Инна Дорош, уҡытыусы-логопед Вәлиә Гопта һәм мәткәп уҡыусыһы Макар Николаев еңеүсе булды. Уларға проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн грант бүленә.