Оператив штаб киләһе аҙнанан мәктәптәрҙә эш тәртибен иғлан итте. Төбәктә коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡлана. Шуға Мәғариф һәм фән министрлығы дистанцион белем биреүҙе туҡтатырға тәҡдим иткән. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте уны хуплаған. Шулай итеп, 7 декабрҙән республикала бөтә мәктәптәр уҡыусыларҙы ҡабул итә ала. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белем биреү ойошмаларында санитар талаптар үтәлешен етди контролгә алырға ҡушты.