Башҡортостанда ташландыҡ автомобилдәрҙе ҡала урамдарынан алыу дауам итә

Милек эйәләренә мөлкәткә хоҡуҡтарын белдереү өсөн 15 көн бирелә, унан һуң машинаны штраф-туҡталҡаға алып китәләр һәм уға булған хоҡуҡты муниципалитетҡа күсерәләр. Өс йылдан һуң бындай транспорт сараларын утилгә оҙаталар. Һуңғы рейд барышында Өфөлә 33 заявка буйынса автомобилдәр тикшерелгән. Уларҙың өсөһө эйәһеҙ тип танылған.