Уның ярҙамында юл йөрөү хаҡын контактһыҙ түләү түләргә мөмкин буласаҡ. Әлегә яңы техника менән 25 транспорт сараһы йыһазландырылған. Бындай автобустарҙа водителдәр иғтибарын пассажирҙар менән иҫәпләшеүгә йүнәлтмәй, юлды ғына күҙәтеп бара. Автобусҡа инеүсе халыҡ та иҫәпләшеү өсөн карточка йә аҡсаһын һоноп водитель кабинаһы эргәһендә тупланмай. Пассажирҙар яңы ҡоролманың мөмкинлектәрен һынап ҡараған да инде.
Валидаторҙар 75-се маршрут буйынса йөрөүсе автобустарға ҡуйылған. «Башавтотранс» иҫәпләүҙәре буйынса, билеттарҙың 75 проценты контактһыҙ түләнә. Был автобустар шулай уҡ пассажирҙар ағымын иҫәпләү системаһы менән дә йыһазландырылған. Система киләсәктә маршрут селтәрен артабан камиллаштырыу мөмкинлеген бирә.
Гөлдәриә Йосопова.